Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2020, 20:18

Инспекторҙар эш башланы

Республиканың сауҙа һәм хеҙмәтләндереү, йәмәғәт туҡланыуы, көнкүреш тармаҡтары предприятиеларында антиковид инспекторҙары бурыстарын үтәй башланы.

Республиканың сауҙа һәм хеҙмәтләндереү, йәмәғәт туҡланыуы, көнкүреш тармаҡтары предприятиеларында антиковид инспекторҙары бурыстарын үтәй башланы. Улар хеҙмәткәрҙәрҙе ишек төбөндә ҡаршы ала, тән температураларын үлсәй, битлектәрҙе тикшерә һәм ҡулдарҙы эшкәртеү тураһында иҫкәртә. Улар шулай уҡ бинаның ваҡытында йыйыштырылыуын, хеҙмәткәрҙәрҙең күпләп йыйылмауын күҙәтә.
Атап әйткәндә, 19 октябрҙә республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров антиковид инспекторҙарын булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Маҡсаты – коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү, коллективтар эшмәкәрлегендә эпидемияға ҡаршы сараларҙы ойоштороу.
Антиковид инспекторы булыу өсөн махсус медицина белеме кәрәкмәй. “Медицина инспекторы” порталында уҡыу курсы үтеү, имтихан биреү һәм тейешле документ алыу ҙа етә.
https://glavfrb.ru/rus/stopcovid/ һылтанмаһы аша яңы вазифа, предприятиеларҙа инспекторҙар эшмәкәрлеген нисек дөрөҫ ойоштороу, чек-биттәрҙе нисек тултырыу тураһында белергә мөмкин.
Фото: БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы.
"Башөортостан" гәзите
Читайте нас: