Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда тағы 74 кеше яңы коронавирус йоҡторған.
Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 23 октябрҙә республикала 10 093 COVID-19 осрағы раҫланған. Пандемия башланғандан алып 9 218 кеше һауыҡҡан.
Әлеге ваҡытта 827 кеше дауалана. 189 пациент стационарҙа ята. Йәнә 638 кеше сирҙе еңел формала үткәрә һәм өйҙә дауалана.