20 октябрҙə БР Башлығы Радий Хабиров коронавирус буйынса юғары əҙерлек режимы тураһындағы указға өҫтəмəлəр индерҙе. Улар буйынса йəмəғəт транспортының бар пассажирҙары шəхси һаҡланыу сараларын ҡулланырға һəм бер-береһенəн ара ҡалдырып урынлашырға тейеш.
Бөгөн Өфөлə транспорт өлкəһе хеҙмəткəрҙəре, хоҡуҡ һаҡлаусылар, күҙəтеү өлкəһе вəкилдəре был талаптарҙың үтəлешен тикшерҙе.
Рейд Октябрь проспектында уҙҙы. Автобус, троллейбус һəм маршруткаларҙың пассажирҙарына, экипажына иғтибар бирелде.
Әйтергә кәрәк - пассажирҙарҙың күбеһе битлек режимына яуаплы ҡарай. Талаптарҙы үтəмəүселəр менəн аңлатыу əңгəмəһе алып барылды. Указға бөтөнлəй буйһонмаусыларға административ протоколдар ҙа төҙөлдө, улар судҡа тапшырыласаҡ.
Битлек режимын инҡар итеүсе водитель йəки пассажирға штраф янай. Ул тəү тапҡыр хоҡуҡ боҙоусы граждандарға 1 меңдəн 3 мең һумға, яңынан ҡабатланһа 3-5 мең һумға тиклем барып етə. Вазифалы шəхестəргə 5-15 мең һум, 15-30 мең һум, юридик шəхестəргə 50-100 мең һум һəм 100-200 мең һум билдəлəнгəн.