Башҡортостанда яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға бухгалтерияны алып барыу буйынса бушлай консультациялар биреү планлаштырыла. Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса проект офисы ултырышында «Рәсәй терәге» дөйөм Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе советы рәйесе Ләйсән Николаева ошондай тәҡдим индерҙе. Онлайн ултырышты республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин үткәрҙе.
Хеҙмәт шәхси эшҡыуарҙарҙы һәм юридик берәмектәрҙе бушлай теркәү үҙәктәрендә күрһәтелә. «Бизнесты теркәгән ваҡыттан алып йыл дауамында эшҡыуарҙарға бухгалтерия һәм һалым иҫәп-хисабын алып барыуҙа ярҙам тәҡдим итәбеҙ. Беҙҙең тәжрибә күрһәтеүенсә, был яңы эш башлағандар өсөн ҡатмарлыраҡ», — тине Николаева. Уның һүҙҙәренсә, әлеге көндә иң кәрәкле консультация – һалым һалыуҙың ҡулай режимын һайлау буйынса.
Үҙәктәр Межгорье ҡалаһынан, Балаҡатай, Ҡариҙел, Краснокама райондарынан тыш, барлыҡ муниципалитеттарҙа ла тиерлек асылған.
Яңы башланғысты «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы» федераль проекты сиктәрендә ентекләп өйрәнеү планлаштырыла. Уны тормошҡа ашырыу 2021 йылға оҙайтыла, тине Александр Сидякин.