Башҡортостан “Йәшел Рәсәй” экологик йәмәғәт хәрәкәте лидеры тип танылды,
тип яҙа “Башҡортостан” гәзите үҙенең сайтында. Эксперттар республикабыҙға “Өмә-2020” акцияһы һөҙөмтәләре буйынса беренсе урын бирҙе. Был күңелле яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уртаҡлашты.