Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Октябрь 2020, 17:00

Ковидҡа ҡаршы инспекторҙар эшләй башланы

Магазиндарҙа, дөйөм туҡланыу, шулай уҡ көнкүреш хеҙмәттәре өлкәһе предприятиеларында ковидҡа ҡаршы инспекторҙар эшләй башланы.

Магазиндарҙа, дөйөм туҡланыу, шулай уҡ көнкүреш хеҙмәттәре өлкәһе предприятиеларында ковидҡа ҡаршы инспекторҙар эшләй башланы, тип “Башинформ” яҙа “Башинформ”. Был хаҡта Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан хәбәр иткәндәр.
Ковидҡа ҡаршы инспекторҙар хеҙмәткәрҙәрҙе ингән урында ҡаршы ала, температураһын үлсәй, битлеге булыу-булмауын тикшерә, ҡулдарҙы даими йыуыу тураһында иҫкәртә. Шулай уҡ биналарҙы ваҡытында таҙартыуҙы, хеҙмәткәрҙәрҙең күпләп йыйылмауын күҙәтә.
Предприятиеларҙа ковидҡа ҡаршы инспектор вазифаһын булдырыу тәҡдиме менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны.
Маҡсат – коронавирустың таралыуын иҫкәртеү, коллективтарҙа эпидемияға ҡаршы сараларҙы үтәү эшен ойоштороу.
Ковидҡа ҡаршы инспектор булыу өсөн медицина белеме талап ителмәй. «Медицина инспекторы» порталында курс үтеп, имтихан тапшырырға һәм тейешле документ алырға кәрәк.
Яңы вазифа тураһында кәрәкле мәғлүмәтте бында алырға мөмкин.
Фото: Башинформ
Читайте нас: