Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн “Башҡортостан сода компанияһының” элек «Зифа», «Эколь», «Луч» кер йыуыу порошоктары сығарылған, хәҙер ябылған цехында булды, тип
хәбәр итә “Башинформ”. Завод вәкилдәре был цехты яҡын арала эшкә ебәрергә әҙер булыуҙарын белдерҙеләр һәм Хәбировтан ярҙам һоранылыр.