Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Октябрь 2020, 18:00

Аллам һаҡлаһын! Эскән кешегә әсәһе лә йәл түгел!

Ҡырмыҫҡалы районынан ҡот осҡос хәбәр килде: водитель танытмаһы булмаған иҫерек әҙәм әсәһен тапап киткән.Әсәһе юлда торғанын күрһә лә, иҫерек әҙәм туҡтарға уйламаған да. Киреһенсә, автомобилдең газына баҫып, ҙур тиҙлектә оло йәштәге ҡатынды бәрҙереп киткән.

Ҡырмыҫҡалы районынан ҡот осҡос хәбәр килде: водитель танытмаһы булмаған иҫерек әҙәм әсәһен тапап киткән.
“Комсомольская правда” порталы хоҡуҡ һаҡлау органдарына һылтанып хәбәр итеүенсә, был хәл 24 октябрҙә Ҡырмыҫҡалы районы ауылдарының береһендә теркәлгән.
Асыҡланыуынса, 70 йәшлек ҡатын руль артына ултырған иҫерек улының юлын быуырға тырышҡан. 48 йәшлек ирҙең машина йөрөтөү хоҡуғы биргән танытмаһы булмағаны мәғлүм.
Әсәһе юлда торғанын күрһә лә, иҫерек әҙәм туҡтарға уйламаған да. Киреһенсә, автомобилдең газына баҫып, ҙур тиҙлектә оло йәштәге ҡатынды бәрҙереп киткән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, иҫерек улын туҡтатырға маташҡан әсә медицина хеҙмәткәрҙәре килгәнсе үк алған тән йәрәхәттәренән вафат булған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡәбәхәттең машинаһын ауылдан бер километр самаһы ситтә туҡтатҡан. Әсәһенең ғүмерен ҡыйған ирҙе һаҡ аҫтына алғандар, енәйәт эше асҡандар.
"Башҡортостан" гәзите.
Читайте нас в