Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Октябрь 2020, 16:00

Уралиә, Ванцетти, Рем: Башҡортостанда быйыл тыуған сабыйҙарҙың үҙенсәлекле исемдәре аталды

Башҡортостанда 2020 йылда тыуған сабыйҙарҙың үҙенсәлекле исемдәре аталды.Республикала Аполлон, Биньямин, Ванцетти, Дантес, Зейд, Кавин, Кенан, Лазарь, Лео, Михаэль, Никас, Омур, Рем, Роландо, Ромуаль, Святогор, Стивен исемле малайҙар тәрбиәләнә. Ҡыҙҙарҙың үҙенсәлекле исемдәре – Версалия, Веселина, Витэль, Каталина, Кирьяна, Ларина, Мава, Милалика, Руана, Санти, Саяна, Уралиә, Элия. Төркөмдәштәр! Ә Һеҙ ниндәй исемдәр ҡуштығыҙ, йә иһә һайлар инегеҙ тыуасаҡ сабыйығыҙға? Үрҙә һаналып киткәндәрҙән ҡайһылары ҡолаҡҡа ятышлы?

Башҡортостанда 2020 йылда тыуған сабыйҙарҙың үҙенсәлекле исемдәре аталды. Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан яңы тыуған малайҙар араһында – 17, ә ҡыҙҙар араһында 13 үҙенсәлекле исем ҡушылған.
Республикала Аполлон, Биньямин, Ванцетти, Дантес, Зейд, Кавин, Кенан, Лазарь, Лео, Михаэль, Никас, Омур, Рем, Роландо, Ромуаль, Святогор, Стивен исемле малайҙар тәрбиәләнә.
Ҡыҙҙарҙың үҙенсәлекле исемдәре – Версалия, Веселина, Витэль, Каталина, Кирьяна, Ларина, Мава, Милалика, Руана, Санти, Саяна, Уралиә, Элия.
Исем-шәрифтәрҙе үҙенсәлекле варианттарға алмаштырыуға килгәндә, быйыл Башҡортостандың ЗАГС бүлектәрендә бындай осраҡтар теркәлмәгән.
Читайте нас: