Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Октябрь 2020, 14:00

500 мең тоннанан артыҡ продукция оҙатылған

Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт милли проектыРеспубликаның ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре һәм эшкәртеүселәре 500 мең тоннанан артыҡ продукция оҙатҡан.

Республиканың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре һәм эшкәртеүселәре 500 мең тоннанан артыҡ продукция оҙатҡан.
Йыл башынан Башҡортостандың туҡланыу тауарҙары етештереүселәре һәм ауыл хужалығы продкуцияһы эшкәртеүселәре Рәсәй, Евросоюз, Көньяҡ-Көнсығыш Азия һәм элекке СССР илдәре ҡулланыусыларына 500 мең тоннанан күберәк аҙыҡ-түлек продукцияһы оҙатҡан.
Бөтәһе 28 илгә 172 мең тонна йәшелсә, ярма, картуф, сөгөлдөр, он, нут, көнбағыш һәм көнбағыш майы, горчица, борсаҡ экспортланған.
Россельхознадзорҙың Башҡортостан референт үҙәгендә белдереүҙәренсә, аҙыҡ-түлек продукцияһының бөтә партиялары лабораторияларҙа тикшерелгән. Республика етештереүселәренең ауыл хужалығы продукцияһы Рәсәйҙең техник регламенттарына һәм дәүләт стандарттарына, импортер илдәрҙең талаптарына яуап бирә.
Читайте нас: