Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Октябрь 2020, 12:00

Башҡортостан проекты буйынса төҙөргә ниәтләйҙәр

Рәсәйҙең ете төбәгендә Башҡортостан Республикаһы проекты буйынса инфекция үҙәктәре төҙөргә планлаштыралар.

Рәсәйҙең ете төбәгендә Башҡортостан Республикаһы проекты буйынса инфекция үҙәктәре төҙөргә планлаштыралар.
Стәрлетамаҡта быйыл 1 декабрҙә клиник-диагностик инфекция үҙәге файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Был республикала шундай икенсе объект, тәүгеһе Өфөлә 55 көн эсендә төҙөлгәйне. Үҙәк проекты менән Рәсәй төбәктәре ҡыҙыҡһына. Был хаҡта БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров 27 октябрҙә Мәскәүҙә үткән “Сәләмәт йәмғиәт” форумындағы сығышында хәбәр итте.
– Рәсәй Федерацияһының ете төбәгенән беҙҙең тәжрибәне уртаҡлашырға килделәр. Ике төбәктә беҙҙең проект буйынса төҙөлөш бара ла инде, – тине Андрей Назаров.
Ул шулай уҡ республика етәкселеге төбәктә фармацевтиканы үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлеүен билдәләне, сөнки пандемия шарттарында был тармаҡ яңы вакциналар һәм дарыуҙар етештерә башларға һәр саҡ әҙер булырға тейеш.
Читайте нас: