Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәте буйынса, Башҡортостанда тағы бер пациент коронавирустан вафат булған. Хәҙер Башҡортостанда коронавирус ҡорбандары – 51 кеше. Вафат булыусы Нефтекама ҡалаһынан 1957 йылғы ҡатын. Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороусылар көндән-көн күбәйә. 27 октябрҙән 28-енә республикала тағы 86 кеше ауырып киткән. Пандемия башланғандан алып йәмғеһе 10 501 осраҡ асыҡланған.