Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Октябрь 2020, 16:05

Эшһеҙҙәр һаны ете тапҡырға артҡан

Уҙған йылдың сентябре менән сағыштырғанда, Башҡортостанда рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны ете тапҡырға артып, 129 меңгә еткән, тип хәбәр итте республика статистиктары.

Уҙған йылдың сентябре менән сағыштырғанда, Башҡортостанда рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны ете тапҡырға артып, 129 меңгә еткән, тип хәбәр итте республика статистиктары. Был хаҡта “Башинформ” агентлығы яҙҙы.
Сентябрь аҙағына республиканың мәшғүллек хеҙмәтендә бөтәһе 135,5 мең эшһеҙ иҫәптә торған.
Теркәлгән эшһеҙлек кимәле эшсе көстәр һанына 6,79% тәшкил иткән.
Быйыл сентябрь айында ғына Башҡортостанда 15 меңләгән кеше эшһеҙ статусын алған. Шул уҡ ваҡытта 8 меңдән ашыу эшһеҙ эш йәки килемле шөғөл тапҡан.
Сағыштырыу өсөн: 2020 йылдың ғинуарында 20,4 мең кеше мәшғүллек хеҙмәтендә иҫәптә торған, уларҙың 18,3 меңе эшһеҙ статусына эйә булған.
Фото: Олег Яровиков / “Башинформ”
Читайте нас в