Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Октябрь 2020, 20:05

Хеҙмәт министрлығы 3-тән 7 йәшкә тиклемге балаларға пособиелар түләнмәү сәбәптәрен аңлатты

Башҡортостанда йәшәүселәр 3-тән 7 йәшкә тиклемге балаларға пособиелар түләү тотҡарланыуы тураһында хәбәр итәләр.

Башҡортостанда йәшәүселәр 3-тән 7 йәшкә тиклемге балаларға пособиелар түләү тотҡарланыуы тураһында хәбәр итәләр. “Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, Республика Хеҙмәт, ғаилә һәм социаль яҡлау министрлығында пособиелар буйынса хәл-торош тураһында һөйләнеләр һәм ни өсөн ҡайһы берәүҙәр 3-тән 7 йәшкә тиклемге балаларға түләмдәр ала алмауын аңлаттылар.
28 октябргә ҡарата бирелгән ғаризалар һаны 203 меңгә еткән, шуларҙың 9 меңе әле ҡарала. 93 мең мөрәжәғәт буйынса түләмдәр тәғәйенләнгән, ә 75 меңенә кире ҡағылған, 25 мең кеше ҡабаттан мөрәжәғәт иткән.
Ғаиләлә йән башына уртаса килем йәшәү минимумынан (37 мең) артыуы һәм ғаризала дөрөҫ йәки тулы булмаған мәғлүмәттәр күрһәтелеүе (8мең) айлыҡ түләм тәғәйенләүҙән баш тартыу тураһында ҡарар сығарыуҙың иң киң таралған сәбәптәре булып тора, тип билдәләнеләр министрлыҡта.
Фото: Олег Яровиков / “Башинформ”
Читайте нас: