Хөрмәтле ейәнсуралар! 30 октябрҙә илебеҙҙә Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө билдәләнә.
Был дата илебеҙ тарихындағы бер ғәйепһеҙ миллионлаған ватандаштарыбыҙ, сәйәси золомға дусар ителеп, социаль тетрәнеүҙәр, нахаҡ ғәйепләүҙәр, рухи һәм әхлаҡи интегеүҙәр фажиғәһен кисергән ваҡиғалар тураһында иҫебеҙгә төшөрә. Тарихтың әсе һабаҡтарын беҙгә оноторға ярамай. Беҙҙең берҙәм рәүештә татыулыҡҡа, үҙ-ара аңлашып йәшәүгә ынтылыш, кешенең һәм граждандың хоҡуҡтары һәм ирке гарантиялы һаҡланыуы ул йылдар һәм ҡорбандар тураһында яҡты иҫтәлек булып әүерелергә тейеш. Үткәндәрҙең был һабағынан йәштәребеҙ үҙҙәренә киләсәккә дөрөҫ һығымта яһаһын.
Беҙ сәйәси золом ҡорбандары иҫтәлеген һаҡлайбыҙ, был ауыр һынауҙар аша үткәндәр алдында баш эйәбеҙ. Ҡот осҡос михнәттәр ауырлығынан ғүмере өҙөлгәндәрҙе һәм үҙенең батырлығы, түҙемлеге менән азатлыҡ, гражданлыҡ хоҡуҡтары идеалдарын яҡлаған, иң яҡшы кешелек сифаттарын, кешеләргә ышанысын, Тыуған илгә һөйөүен юғалтмайынса, бөтә ғүмере аша үткәреп, балаларына һәм ейәндәренә тапшыра алғандарҙы онотмайбыҙ.
Ул дәһшәтле йылдарҙың ауыр һынауҙарын үтеп сыҡҡан һәр кемгә, туғандарына һәм яҡындарын һаулыҡ, именлек һәм оҙон ғүмер теләйем!
Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.