Быйыл “Агростартап” грантын Рәсәйҙә ауыл хужалығында үҙ эшен булдырған 988 кеше алған. Уларҙың 68-е – Башҡортостандан.
Агросәнәғәт комплексы дәүләт программаһы сиктәрендә эш асҡан фермерҙарға ярҙам өсөн 9,5 миллиард һум бүленгән. Гранттар ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарының матди-техник базаһын үҫтереү өсөн дә бирелә. Йыл башынан алып 133 проект ярҙам алған. Шулай уҡ ауыл хужалығы эшселәре, льготалы кредитлау программаһы сиктәрендә, шул иҫәптән грант аҡсаһын ҡулланып, сауҙа объекттары, ҡоролмалар һәм махсус транспорт алыу мөмкинлеге бар.
Бынан тыш, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты сиктәрендә Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы “Фермерҙарға ярҙам һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү системаһын булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашыра. Был проект өсөн 2020 йылда 3,867 миллиард һум аҡса бүленгән. Федераль проект “Агростартап” гранттарын бирә. Грант алыу өсөн яңы крәҫтиән-фермер хужалығы ла, ауыл ерендә теркәлгән һәр кеше лә ғариза яҙа ала.
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда быйыл 159 ауыл хужалығы комплексында эшләүсе бәләкәй бизнес вәкиле дәүләт ярҙамы алған. Гранттарҙың дөйөм суммаһы 695 миллион һум тәшкил иткән.
“Фермерҙарға ярҙам һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү системаһын булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә 68 ауыл эшҡыуары “Агростартап” грантын алған (дөйөм суммаһы – 211,5 миллион һум), 17 ауыл хужалығы кооперативына 19,9 миллион һумлыҡ субсидия бирелгән. Шулай уҡ 40 кеше “Башлаусы фермер” федераль грантын алған (дөйөм суммаһы – 124,6 миллион һум), 26 фермер “Ғаилә фермаһы” грантына эйә булған (238,8 миллион һум), 8 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы матди-техник базаһын нығытҡан (100 миллион һум).