Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Октябрь 2020, 21:00

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт теле көнөнә ҡарата интернет-конкурстар иғлан итә.

2020 йылдың 28 октябренән социаль селтәрҙәрҙә өс йүнәлеш буйынса ижади бәйгеләр башлана. Интернет-конкурстар 28 ноябргә тиклем бара. «Матур донъя» видеояҙмалар конкурсыйәштәрҙә тарихҡа, мәҙәниәткә, тыуған яҡ тәбиғәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында үткәрелә. Конкурста ҡатнашырға 14-30 йәштәгеләрҙе саҡырабыҙ.Ҡатнашыу өсөн социаль селтәрҙәрҙәге асыҡ сәхифәлә (Бәйләнештә йә Инстаграмда) #МатурДонъя хештегы менән билдәләп, видеояҙма һалырға кәрәк. Роликта тыуған яғығыҙҙың матур урынын төшөрөгөҙ, сәфәрегеҙ тураһында тәьҫораттарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ.

Читайте нас: