Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Октябрь 2020, 16:00

Чекмарев паркында митинг

30 октябрь - Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.Бер сиктән икенсе сиккә бәрелгән илдә йәшәүебеҙҙе иҫкә төшөрә торған көндәрҙең береһе. Баштары Себерҙә юғалған, төрмәләрҙә серетелгән, йәки бер ғәйепһеҙ атылғандарҙың яҡындары иҫкә алыр хәтирәләр - ил тарихының бер бите булып тора.

Ошо уңайҙан район үҙәгенең Чекмарев паркында урынлашҡан сәйәси золом ҡорбандары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл янында митинг үтте. Иҫәнғол ауыл биләмәһе башлығы Р.Р. Мәсәғүтов, район Советы секретары М.Р. Мөхәмәтов, ветерандар советы рәйесе Н.Ф.Кәримова, район музей директоры М. Х. Аҫылбаев һ. б. ҡатнашты. (Тулы мәғлүмәтте беҙҙең гәзит биттәрендә уҡырһығыҙ).
Читайте нас: