Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Октябрь 2020, 11:00

Мәктәп каникулдары оҙайтылды

Башҡортостанда мәктәп каникулдары 9 ноябргә тиклем дауам итәсәк.Был турала ҡарар бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы оператив штаб ултырышында ҡабул ителде.

Башҡортостанда мәктәп каникулдары 9 ноябргә тиклем дауам итәсәк.
Был турала ҡарар бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы оператив штаб ултырышында ҡабул ителде.
Каникулдарҙы оҙайтыу тәҡдиме менән төбәктең Һаулыҡ һаҡлау, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары, "Роспотребнадзор" идаралығы сыҡты. Шулай итеп, 5 ноябрҙә уҡырға сығып, тағы ике көндән ялға китергә тейеш булған мәктәп уҡыусылары бәйләнешһеҙ режимда, дөйөм алғанда, өс аҙна үткәрәсәк.
- Ошо рәүешле инкубация осорон өҙөрбөҙ һәм беҙҙең балалар нормаль рәүештә мәктәпкә йөрөй алыр тип ышанам, - тине Радий Хәбиров.
Читайте нас: