Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Октябрь 2020, 13:00

“Табиптар тураһында хәстәрлек”

“Берҙәм Рәсәй” партияһы ошондай исемле акция башланы. Уның сиктәрендә Ковид-19 менән эшләгән табиптарға аҙыҡ-түлек тупламалары таратыла. “Табиптар эшкә бөтә көсөн йүнәлтә, бындай саҡта улар тураһында хәстәрлек күреү мөһим. Һәм, әҙерәк кенә булһа ла хәстәрлек күрһәтеү маҡсатында, бына ошондай аҙыҡ-түлек тапшырыу идеяһы тыуҙы ла инде. Беҙ, әлбиттә, күстәнәс кенә таратмайбыҙ, ә дауахана вәкилдәре менән аралашып, уларҙы әлеге ваҡытта борсоған проблемалар тураһында һөйләшәбеҙ”, – тине “Берҙәм Рәсәй” төбәк Башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.30 октябрҙә бындай күстәнәсте беҙҙең район дауаханаһының инфекция бүлеге коллективы ла алды. “Коронавирус таралыу шарттарында медиктарға оло яуаплылыҡ ятты. Бындай ауырыуҙар менән эшләгән табиптар һәм шәфҡәт туташтары эштә йәшәй тип әйтерлек. Хатта ҡыҫҡа тәнәфестә лә уларҙың сәй йә иһә кофе эсеп алырлыҡ та мөмкинлеге юҡ. Шуға күрә, “Берҙәм Рәсәй”ҙән бындай йыйылма бик ярап ҡалыр”, – тине район башлығы Дәмин Юланов.

“Берҙәм Рәсәй” партияһы ошондай исемле акция башланы. Уның сиктәрендә Ковид-19 менән эшләгән табиптарға аҙыҡ-түлек тупламалары таратыла. “Табиптар эшкә бөтә көсөн йүнәлтә, бындай саҡта улар тураһында хәстәрлек күреү мөһим. Һәм, әҙерәк кенә булһа ла хәстәрлек күрһәтеү маҡсатында, бына ошондай аҙыҡ-түлек тапшырыу идеяһы тыуҙы ла инде. Беҙ, әлбиттә, күстәнәс кенә таратмайбыҙ, ә дауахана вәкилдәре менән аралашып, уларҙы әлеге ваҡытта борсоған проблемалар тураһында һөйләшәбеҙ”, – тине “Берҙәм Рәсәй” төбәк Башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
30 октябрҙә бындай күстәнәсте беҙҙең район дауаханаһының инфекция бүлеге коллективы ла алды. “Коронавирус таралыу шарттарында медиктарға оло яуаплылыҡ ятты. Бындай ауырыуҙар менән эшләгән табиптар һәм шәфҡәт туташтары эштә йәшәй тип әйтерлек. Хатта ҡыҫҡа тәнәфестә лә уларҙың сәй йә иһә кофе эсеп алырлыҡ та мөмкинлеге юҡ. Шуға күрә, “Берҙәм Рәсәй”ҙән бындай йыйылма бик ярап ҡалыр”, – тине район башлығы Дәмин Юланов.
Читайте нас: