Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ноябрь 2020, 14:05

Түтәлдәге дарыу

Илле-алтмыш йәштәрҙә ғәҙәттә кеше йыш ҡына баш ауыртыуынан интегә. Дауаханаға мөрәжәғәт итһәң, күпселектә «гипертония» тип диагноз ҡуялар. Уны дауалауҙа, дарыуҙарҙан тыш, халыҡ медицинаһына мөрәжәғәт итеү ҙә файҙа бирә. Етмәһә, ул үлән төрө һәр бер йәшелсә баҡсаһында шаулап үҫә. Һүҙ укроп тураһында бара. Унан төнәтмә әҙерләү өсөн бер аш ҡалағы укроп орлоғона бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға, термоста төнө буйы төнәтергә. Төнәтмәне көн дауамында эсергә. Дауалау курсы – бер аҙна, һуңынан бер аҙна ял итергә. Ошо рәүешле ай дауамында ҡулланырға. Кәрәк тип тапһағыҙ, курсты ҡабатларға мөмкин. Ҡан баҫымы нормаға киләсәк. Табиптар укроп орлоҡтары организмдан һейҙек ҡыуыуҙа йоғонтоло сара булараҡ, йөрәк ауыртҡанда шешенеүҙәрҙе кәметә тип раҫлай.

Читайте нас: