Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ноябрь 2020, 16:05

Тефлон: уңайлы ла ул...

Һуңғы йылдарҙа тефлонлы табалар тормошобоҙҙа киң таралды. Бөгөн уны файҙаланмаған йорт юҡтыр. Тәү ҡарауға бигерәк ҡулайлы шул, аҙыҡты әҙерләгәндә хатта үҫемлек майы ла кәрәкмәй. Әммә миҙалдың икенсе яғы ла бар...

Һуңғы йылдарҙа тефлонлы табалар тормошобоҙҙа киң таралды. Бөгөн уны файҙаланмаған йорт юҡтыр. Тәү ҡарауға бигерәк ҡулайлы шул, аҙыҡты әҙерләгәндә хатта үҫемлек майы ла кәрәкмәй. Әммә миҙалдың икенсе яғы ла бар – юғары температурала уның быуынан канцерогендар бүленеп сыға. Был ағыулы матдәләр, кеше организмына эләгеп, унда йыйыла һәм ҙур зарар килтерә. Әйткәндәй, тефлон ныҡ ағыулы канцерогендарҙың береһе. Был матдә 2006 йылда АҠШ-тың тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса агентлығынан тап шундай исем алған.
Тарихы
Ғалимдар тефлонды осраҡлы уйлап тапҡан. 1938 йылда Америка компанияһынан доктор Рой Планкетт фторҙан һәм углеродтан торған металл һауытты газ менән тултыра – был эксперименттар өсөн кәрәк була. Эш бөткәс, уның ассистенты ҡалдыҡтарҙы юҡ итәһе урынға, һауытты келәттә ҡалдыра, унда ул төн буйына ултыра. Һөҙөмтәлә аҡ порошок барлыҡҡа килгән, һуңынан уны тефлон тип атағандар.
Был матдәне өйрәнгәндә ғалимдар уның ғәжәп үҙенсәлектәрен билдәләгән: ныҡлы, юғары температура тәьҫиренә бирешмәй, шыма. Бешеренгәндә уңайлы булған өсөн хужабикәләр тефлон һауытты яҡын күрә лә инде. Уны 1949 йылда уҡ етештерә башлаһалар ҙа, кешелеккә зарары һуңғараҡ ҡына асыҡлана.
Тефлон – ул һауыт-һаба ғына түгел
Тефлонды етештергәндә углерод молекулаларының айырым ҡушылмалары ҡулланыла. Тап улар материалды ныҡлы итә, тура мәғәнәлә әйткәндә, кешеләрҙе ағыулай. Бынан тыш, тефлон синтезына шулай уҡ организмға кире тәьҫир иткән перфтороктан кислотаһы ла ҡушыла.
Тефлон һауыт-һаба эшләгәндә генә файҙаланылмай. Ул компьютер микросхемаларында, хирургия инструменттарында, кейемдә һәм интерьер әйберҙәрендә, ҡырыныу өсөн күбектә һәм хатта теш ебендә лә бар. Йөрәк клапандары кеүек медицина импланттары ла шулай уҡ тефлон ҡулланылып эшләнә. Үтек йөҙөндә лә был материал бар, улар менән нескә туҡымаларҙы үтекләргә мөмкин. Уның күҙгә күренмәҫ кескәй генә өлөшсәләре организмға эләгә һәм ҙур хәүеф тыуҙыра. Ҡыҙған табала тефлон тиҙ тарҡалып, тағы ла ағыулыраҡ була.
Уны бомба менән сағыштыралар
Зарары хаҡында имеш-мимеш таралғас, был матдәне етди тикшерә башлайҙар. АҠШ-тың тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса агентлығы ғалимдары уны етештереүҙә ҡулланылған перфтороктан кислотаһын күп дозала хайуандарға ебәрәләр. Һөҙөмтәлә ҡыҫҡа ваҡытта тәжрибә үткәргән йәнлектәрҙә бауыр рагы барлыҡҡа килгән, үҫеше туҡталған, үлем осрағы артҡан.
Әлбиттә, кешенең ғәҙәти тефлон таба ҡулланыуҙан барлыҡҡа килгән ауырыуҙар исемлеге күп: ҡанда холестериндың юғары булыуы, онкология ауырыуҙары... Тәү сиратта бауыр, ашҡаҙан аҫты биҙе зарарлана. Ауырлы ҡатындарҙың балалары зәғиф, ауырыу булып тыуыуы ихтимал. Бынан тыш, көнкүрештә тефлон менән даими бәйләнештә булыу ирҙәрҙең дә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың да енси гормондарын кәметеүгә килтереүе мөмкин.
Тефлондың быуы ла зарарлы
Белгестәр тефлондың быуы ла зарарлы булыуын белдерә - унан баш әйләнеүе мөмкин. Шуға ла бындай һауытта аҙыҡ әҙерләгәндә вентиляцияны ҡабыҙыу йәки форточканы асыу мотлаҡ. Бынан тыш, тефлон быуы үпкәгә ҙур зарар килтерә, балаҫҡа, стенаға, йыһаздарға ултырған быу организмды даими ағыулай.
Табаны яңыртырға мөмкинме?
Ҡайһы бер ҡалаларҙа тефлон ҡатламды тергеҙгән фирмалар осрай. Улар махсус ҡоролма ярҙамында яңы ҡатлам индерә. Әммә был бик ҡыйбат. Шуға ла бындайҙарға ышанмау хәйерле, сөнки ғалимдар,
тефлонды сифатлы итеп тергеҙеү мөмкин түгел, ти һәм бындай һауытты ҡулланмаҫҡа кәңәш бирә.
Тефлондан нисек ағыуланмаҫҡа?
Көйҙөрмәй торған һауыт-һабаны дөрөҫ файҙаланыу өсөн унда аҙыҡты яндырмау мөһим. Сыйылған һауытты ҡулланыу үтә хәүефле: тефлон аҙыҡҡа эләгеп, һуңынан ашҡаҙанға күсә. Әгәр ҙә һеҙ тефлонлы һауыт-һабанан айырылырға теләмәйһегеҙ икән, уны файҙаланыу талаптарын етди үтәргә кәрәк:
– табаны сыймаҫ өсөн аҙыҡты бутағанда силикон ҡалаҡ ҡулланығыҙ;
– сыйылған һауытты ҡулланмағыҙ;
– табаны үтә ныҡ ҡыҙҙырмағыҙ;
– тефлонлы табаны дөрөҫ ҡулланыу мөһим. Йыуғанда үтә ҡаты әйберҙәр йәки ҡаты губкаларҙы файҙаланмағыҙ.
Йоҡа, көйҙөрмәй торған арзан табаларҙы алырға тырышмағыҙ. Ғәҙәттә, улар ныҡ йоҡа була, шуға ла ҡыҙғанда тефлон ҡатламы тиҙ сатнап бара. Бөтә технология талаптары уңышлы һәм еренә еткереп эшләнгән табалар күпкә ҡыйбат тора.
Иң уңайлыһы – термоһиҙгерле тефлонлы таба ҡулланырға кәрәк. Ул 180 градусҡа тиклем ҡыҙғанда сигнал бирә. Бындай таба һайлағанда тефлон ҡатламының составына иғтибар итеү зарур. Шулай уҡ тиҙ әҙерләп ашау өсөн төрөп һатылған аҙыҡтан баш тартығыҙ, ҡаптың составында тефлон йәки фторопласт ҡушылмаһы булыуы бар. Фторопласт – шул уҡ тефлон. Составына «fluoro», «perfluoro» йәки PTFE ингән лак, косметика, ҡырыныу өсөн крем менән файҙаланмағыҙ.
Дөрөҫ, тефлон мәшәҡәттәрҙе еңеләйтһә лә, уның кире эҙемтәләре шаҡтай ҙур. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса Америка агентлығы хәүефһеҙлек сараһын һаҡлау маҡсатынан тефлон менән ҡапланған һауыт-һаба етештереүҙе тыйған. Эксперттар тефлондың кеше организмына зарарлы тәьҫирен тикшереүҙе дауам итә.
Үҙеңде нисек һаҡларға?
Таба хаҡында һүҙ алып барғанда, бөгөн етештереүселәр тефлонды алыштырырҙай бихисап һауыт тәҡдим итә. Мәҫәлән, керамик, сөгөн, ҡорос, таш... Улар ҙа аҙыҡты көйҙөрмәй һәм экологик йәһәттән
кешегә бөтөнләй ҡурҡынысы юҡ. Әлбиттә, теге йәки был приборҙы, туҡланыу һауыты, косметика йәки көнүреш химияһы һатып алғанда уларҙы етештереүсе перфтороктан кислотаһы һәм политетрафторэтилен (тефлон) ҡулланыуын асыҡларға кәрәк. Был матдәләрҙе этикеткаларҙағы PFOA һәм PTFE тигән яҙыуҙар аңлата.
2000 йылдың урталарында DuPont компанияһы заводта тефлондан зарар күргән өс меңдән ашыу кешегә 670 миллион доллар түләй. Американың Пенсильвания штатының Парксберг ҡалаһы кешеләре 20 йылдан артыҡ, бер нәмәнән шикләнмәй, химия ҡалдыҡтары менән зарарланған һыуҙы эсә, заводта һаҡланмай эшләй. Компания етәкселеге тефлондың тирә-яҡ мөхиткә һәм кешегә зарарын ныҡ йәшерә. Урындағы власть, медицина хеҙмәткәрҙәре, журналистар һирәкләп булһа ла килгән ялыуҙарҙы иҫәпкә алмай. Урындағы фермер Вилбур Теннат, адвокат Роба Биллоттың ныҡышмалылығы арҡаһында ғына уларҙың ҡырын эше бөтә донъяға фаш ителә. Бирешергә теләмәгән DuPont корпорацияһы cуд эшен 19 йылға тиклем һуҙа.
2012 йылдан компания рәсми рәүештә һауыт-һаба етештереү өсөн тефлонды ҡулланмай. Шулай ҙа. белгестәр әйтеүенсә, Америка халҡының 90 проценты зарарлы ҡушылмалар менән ағыуланып өлгөргән.
Сығанаҡ: shonkar.rbsmi.ru
Читайте нас в