Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ноябрь 2020, 13:05

Яҡташыбыҙ “Тауыш” телешоуында ҡатнаша

Өфө ҡалаһынан билдәле музыкант Руслан Воротников Беренсе каналда ойошторолған “Тауыш” телешоуында ҡатнаша. Ул “Непара” дуэтының “Илама” (Ренат Джанибеков) тигән йырын башҡарҙы, фортепианола уйнаны.

Өфө ҡалаһынан билдәле музыкант Руслан Воротников Беренсе каналда ойошторолған “Тауыш” телешоуында ҡатнаша. Ул “Непара” дуэтының “Илама” (Ренат Джанибеков) тигән йырын башҡарҙы, фортепианола уйнаны.
Был “һуҡыр” тыңлауҙа Руслан йырлағанда баһалама төркөмөнән Валерий Сюткин креслоһын сәхнәгә ҡарай әйләндерҙе. Ә сығышы алдынан Руслан төшөндә Бетховендың үҙе “фатиха биреүе” хаҡында белдерҙе. Шулай итеп, конкурстың киләһе этаптарында Руслан Валерий Сюткиндың командаһында буласаҡ.
Руслан Воротниковҡа 35 йәш. Ул артистар ғаиләһендә үҫкән. Йырсы З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында Рөстәм Шәйхетдинов класында уҡыған (пианино), халыҡ-ара конкурстарҙа лауреат титулдарын яулаған. Аҙаҡ ул эстрада-джаз вокалына уҡыған. 2015 йылда Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһында “Джаз фортепианоһы” белгеслеге буйынса диплом алған.
Студент йылдарында уҡ Руслан йыр менән мауыҡҡан, Өфөлә йыш сығыш яһаған. Хәҙер уның ҡатыны Елизавета менән үҙҙәренең вокаль студияһы бар. Әйткәндәй, ул Рус драма театрының “Зәңгәр камея” мюзиклында граф Алексей Орлов ролен башҡара.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас: