Əсəй булырға əҙерлəнгəн ҡатын ваҡыты еткəс, дауаханаға ята.Тикшереүҙəн һуң уны стационарҙа ҡалдырырға ҡарар ҡабул ителə. Ҡатын əйтеүенсə, килəһе өс көндə табип уның янына бер тапҡыр ҙа инмəгəн. Дүртенсе көндө ашығыс ҡарағандан һуң, ул йəнə ҡайҙалыр сығып киткəн. Табип ҡайҙалыр йөрөгəн ваҡытта ғына ҡатындың тулғағы башлана. Тап шул саҡта уның янында йыйыштырыусы була. Ул ҡатынға бəпеслəргə ярҙам итергə тотона. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яңы тыуған сабый һауа етмəүҙəн мəрхүм булған. Табипҡа енəйəт эше ҡуҙғатҡандар. Уға кəмендə өс йыл төрмə янай. Тағы ла шуныһы аяныслы, ул белгес əле һаман эшлəп йөрөй, тип хəбəр ителə. Имеш, урындағы дауаханала табиптар етмəй.