"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ноябрь 2020, 19:00

Әбйәлил районындағы өлтөк ҡарағастарҙы тергеҙеү өсөн аҡса бүленәсәк

Әбйәлил районы Ҡужан ауылы янындағы уникаль тәбиғәт ҡомартҡылары булған өлтөк ҡарағастарҙы ҡырҡыу тураһында ишеткәнһегеҙҙер. Ағастарҙың береһен дә ҡалдырмай - ә улар 11 төп - ике яҡлап олонон бысып сыҡҡандар. Урмандарҙы һаҡлау буйынса дәүләт инспекторы Фәнис Ғайсин әйтеүенсә, бындай зыяндан һуң ҡарағастар артабан тереклек итә алмаясаҡ, ҡороясаҡ... Сөнки бысылған урындар ағастың үҙәгенә тиклем барып етә һәм уларға, ҡыҙғанысҡа ҡаршы йығылыу ҡурҡынысы янай.

Әбйәлил район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов урындағы йәмәғәтселек Өфө һәм Мәскәү ғалимдары менән бәйләнешкә сығып, ҡырҡылған урындарҙы кослород инмәҫлек итеп, ыҫмала һөртөп, пленка менән бәйләп ҡуйыуҙары хаҡында хәбәр итеп, ағастарҙы һаҡлау буйынса эш дауам итәсәк. Урындағы урман хужалығы тарафынан яғыулыҡ-майлау материалдарына, техника арендалауға етерлек аҡса бүленәсәк, тине.
РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та был, коллективлаштырыу, Бөйөк Ватан һуғышы осорҙары шаһиты булған тәбиғәт ҡомартҡыларына зыян килтереүселәрҙе эҙләүгә ҡушылырға саҡырҙы.
Читайте нас: