"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ноябрь 2020, 20:04

Фәнүр Йәғәфәров яңы вазифаға тәғәйенләнде

Ул ҙур предприятиелар ингән холдингҡа етәкселек итәсәк.

Фәнүр Йәғәфәров медиахолдинг етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Холдингҡа тармаҡтағы ҙур предприятиелар: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы, “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы инә.
Медиаструктураның төп бурысы – дәүләттең граждандар йәмғиәте институттары, бизнес менән заманса һөҙөмтәле бәйләнеш системаһын ойоштороу, уларҙың уңышлы хеҙмәттәшлеге өсөн шарттар тыуҙырыу, мәғлүмәти эште йылдамлаштырыу, уның сифатын яҡшыртыу, аудиторияны киңәйтеү.
Фәнүр Мөхәррәм улы Йәғәфәров 1974 йылдың 8 июлендә Мәләүез районының Хәсән ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1994 йылда “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының телевидение студияһындағы мәғлүмәт программалары дикторы булып башлай. Төрлө йылдарҙа “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының мәғлүмәт программалары ижади берекмәһе мөхәррире, етәксеһе, мәғлүмәт программалары редакцияһында сәйәси күҙәтеүсе, телерадиокомпания директоры урынбаҫары, радиотапшырыуҙар буйынса урынбаҫар була. 2016 – 2019 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат секретары. 2019 – 2020 йылдарҙа – Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары.
Читайте нас: