Республикала һуңғы тәүлектә яңы коронавирус инфекцияһы менән сирләүселәр һаны 95 кешегә артты.
Ауырыусыларҙың дөйөм иҫәбе 11051 кешегә етте. Әлеге ваҡытта 902 кеше был сирҙән дауаланыу курсы үтә. Уларҙың күбеһе өйҙәрендә сиргә ҡаршы көрәшә. 208 кеше — дауаханала, шуларҙың 17-һе — ауыр хәлдә, өс кеше үпкәне яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған.
Пневмония менән ауырыусылар һаны ла кәмемәй. Тәүлек эсендә 266 кешегә ошондай диагноз ҡуйылған. Шул уҡ ваҡытта 255 кеше был ауырыуҙан һауыҡҡан.
Пандемия башланғандан алып коронавирус инфекцияһына бөтәһе 1389138 тикшереү үткәрелгән, 1349721 кеше тикшерелгән. Тәүлек эсендә генә 11 меңдән ашыу кеше ковидҡа медицина тикшереүе үткән.