Башҡортостанда 2020 йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа күрһәтелгән төрлө финанс ярҙамы күләме 3,5 миллиард һум тәшкил иткән. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова һөйләне.
Был аҡсалар бизнестың яңы субъектарын булдырыуға булышлыҡ итә, эшҡыуарлыҡ инфраструктураһын үҫтерә, көнәркәшлек мөхитен формалаштыра.
Мәҫәлән, ҡорамалдарға ташламалы лизинг программаһына ярашлы, эшҡыуарлыҡтың 33 бәләкәй һәм урта субъекты Төбәк лизинг компанияһынан 762,4 миллион һумлыҡ ярҙам алған. Республиканың Гарантия фонды иҫәбенә 526,8 миллион һумлыҡ 65 поручителлек тапшырылған. Был бизнесмендарға 1,2 миллиард һум кредит ресурсы йәлеп итеү мөмкинлеге биргән. 498 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты республиканың Микрофинанс ойошмаһынан 601 миллион һумлыҡ ярҙам алған.
Бизнесҡа ярҙам төрҙәре, эшҡыуарҙар һәм республика кешеләре өсөн файҙалы сервистар буйынса көнүҙәк мәғлүмәт яңы “ВместеРБ” онлайн-порталына ҡуйылып бара. Был - берҙәм коммуникация платформаһы.
"Былтыр беҙ Башҡортостан райондарында заманса ҡорамалландырылған офис майҙандары башланыҡ, унда хеҙмәтләндереү урындарын – коворкинг-үҙәктәрҙе ҡуртымға алырға була. Әле 12-һе эшләй, – тине Римма Бойцова. – Быйыл уларҙың хеҙмәтләндереү йүнәлешен киңәйттек. 16 ҡала һәм район хакимиәте республика бюджетынан 19 коворкинг-үҙәк булдырыу өсөн 44 миллион һум аҡса алды. Уларҙа 500 яңы эш урыны булдырыласаҡ, эшҡыуарлыҡтың 200 яңы субъекты хеҙмәт күрһәтә аласаҡ".
Ағымдағы йылдың мөһим ваҡиғаларының береһе – Өфөлә “Киләсәк фабрикаһы” инновациялы эшҡыуарлыҡ йортон асыу. Ул йүнселдәр һәм креатив йәштәргә тәғәйенләнгән күп функциялы йәмәғәт киңлегенә әйләнде. Ошо ыңғай тәжрибә нигеҙендә Сибай, Салауат, Октябрьский ҡалаларында “Киләсәк фабрикаһы” бизнес-үҙәктәрен асыу планлаштырыла.
Башҡортостан Башлығы дәүләт комитеты коллективына эшҡыуарҙар һаны артыуын дәлилләгән һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте.
– Һеҙ бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ҙур ярҙам күрһәтәһегеҙ, уның үҫеше өсөн инфраструктура булдыраһығыҙ. “Киләсәк фабрикаһы” – был эштең сағыу миҫалы, – тине Радий Хәбиров. – 2021 йылдың майында Өфөлә тағы бер ҙур проектты – IQ-парк юғары технологиялар технопаркын эшләтеп ебәрергә тейешбеҙ. Бина оҙаҡ йылдар буш торҙо һәм хәҙер тейешле әҙерлек үткәреү мөһим. Шул уҡ ваҡытта власть органдары үҙенең бөтөн йүнәлештәре буйынса тиҙ эшләргә өйрәнергә тейеш.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.