Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ноябрь 2020, 12:00

Әйҙәгеҙ, ҡушылайыҡ!

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле яңы акция иғлан итте.

4 ноябрҙә билдәләнгән Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле #Бөтәһеләбейей тигән акцияны башлап ебәрҙе.
Ғәскәровсылар Салауат Юлаев һәйкәле фонында “Тархандар” тигән башҡорт кенәздәре бейеүен башҡарып күрһәтте. Уны данлыҡлы сәхнә оҫтаһы Риф Ғәбитов һалған.
Был турала ансамблдең Инстаграмдағы сәхифәһенән билдәле булды. Бейеүҙе инеп ҡараған кешеләр видео аҫтына һоҡланыу белдерелгән комментарийҙарын ҡалдыра ла башлаған.
Артистар теләгән һәр кемде бейеү акцияһына ҡушылырға саҡыра. Үҙегеҙ йәшәгән ҡала йәки райондың иҫтәлекле урындарында бейеп, видеоға төшөрөп, уны #танцуютвсе хэштегы менән социаль селтәрҙәргә ҡуйырға мөмкин.
Читайте нас в