Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ноябрь 2020, 13:00

Йөклө ҡатындарға нимә эшләргә?

Уларҙың ҡулында һәр саҡ яңыртылған ПЦР анализы булырға тейеш. Тағы ла...

Яңы коронавирус инфекцияһы ҡотороп таралған осорҙа йөклө ҡатындарға ҡайҙа мөрәжәғәт итергә, ҡайҙа анализ бирергә, сирҙе эләктергән осорҙа ҡайҙа дауаланырға? Ошо һорауҙарға Республика клиник перинаталь үҙәге табибы Динар Ғабдрахманов яуап бирҙе.
Бала табыу йорттары сәләмәт пациенттарҙы коронавирус инфекцияһын эләктереүҙән һаҡларға тырыша. Өфөлә Республика клиник перинаталь үҙәге, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы, Дим районындағы 3-сө бала табыу йорто базаларында өс обсервация бүлексәһе булдырылған. Обсерваторҙарға коронавирус инфекцияһын йоҡтороуға шик булған пациенттар ҡабул ителә. Сирләгәндәр өсөн Дим районындағы 3-сө ҡала дауаханаһында айырым бала табыу йорто бар. Ковидты йоҡторғандан һуң һауыҡҡан ҡатындар, 14 көнлөк карантин үткәс, перинаталь үҙәк шарттарында бала табасаҡ.
37 аҙналыҡ йөклөлөктән һуң ҡатындарға аҙнаһына бер тапҡыр ПЦР анализы бирергә тура килә. Әгәр анализ ике көндән артығыраҡ эшләнһә, уны биш көн һайын тапшырырға тура киләсәк, сөнки әсәләр ҡулында һәр саҡ яңыртылған ПЦР булырға тейеш. Пациентта киҫкен вируслы инфекция билдәләре күҙәтелгәндә, антиесемдәргә тест-система ҡулланыла.
Йөклө ҡатындар өсөн компьютер томографияһы ҡәтғи күрһәткестәр буйынса үткәрелә. Тикшереү барышында радиация нурланышын кәметеү өсөн йөклө ҡатындың ҡорһағын ҡурғаш япҡыс менән ябалар. Динар Ғабдрахмановтың әйтеүенсә, табиптар компьютер томографияһын үтеүҙе кәрәк тип таба икән, быны мотлаҡ эшләргә кәрәк.
Читайте нас: