Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ноябрь 2020, 13:06

Һаҡ булығыҙ - томан

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы төбәк халҡын хәүефле күренеш – юлдарҙа томан тураһында иҫкәртә.Синоптиктар хәбәр итеүенсә, 4 ноябрҙең 20.00 сәғәтенә тиклем республикала үҙгәреүсән, башлыса яуым-төшөмһөҙ һауа торошо күҙәтеләсәк, урыны менән томан, юлдарҙа – боҙ ҡатламы. Ел көньяҡтан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы төбәк халҡын хәүефле күренеш – юлдарҙа томан тураһында иҫкәртә.
Синоптиктар хәбәр итеүенсә, 3 ноябрҙең 20.00 сәғәтенән 4 ноябрҙең 20.00 сәғәтенә тиклем республикала үҙгәреүсән, башлыса яуым-төшөмһөҙ һауа торошо күҙәтеләсәк, төндә һәм иртәнсәк урыны менән томан, юлдарҙа – боҙ ҡатламы. Ел көньяҡтан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә.
Төндә һауа торошо +1... -4 градус, таулы райондарҙа -8 градусҡа тиклем, көндөҙ +5... +10 градус тәшкил итәсәк. Төндә һәм иртәнге сәғәттәрҙә юлдарҙың ҡайһы бер өлөшөндә боҙ ҡатламы, томан төшкәндә алдағы күренештең насарайыуы күҙәтеләсәк.
«Тайғаҡ юл һәм томан һөҙөмтәһендә сикләнгән күреү һәләте шарттарында автомобилдәр араһында дистанция һаҡлау, машиналарҙы уҙыу ҡағиҙәләрен һәм тиҙлек режимы, хәүефһеҙлек ҡайыштарын тағыу тәртиптәрен үтәргә кәрәк», – тип граждандарға мөрәжәғәт итәләр ведомствола.
Читайте нас: