Шулай булыуға ҡарамаҫтан, кино фестивале ойошторған, матур-матур фильмдар төшөргəн, ҙур конкурстарҙа еңеү яулаған егеттең исеме күптəргə таныштыр. Рəфис – Башҡортостан Башлығы стипендиаты, халыҡ-ара, Рəсəй кимəлендəге бəйгелəр еңеүсеһе. Быйыл ул БДУ-ның Стəрлетамаҡ филиалының башҡорт һəм төрки филологияһы факультетын тамамлаған, əлеге ваҡытта видеопроекттар эшлəү менəн мəшғүл. Рəфис V курста уҡығанда Стəрлетамаҡ театрында ойошторолған йəш драматургтарҙың семинар-лабораторияһында ҡатнашҡан. Семинар һөҙөмтəлəре буйынса, уның драмаһы иң уңышлыларының береһе тип табылған. Əлеге ваҡытта əҫəрҙе Стəрлетамаҡ театр-концерт берлəшмəһенең башҡорт дəүлəт театры сəхнəлəштерə. Бына ошо көндəрҙə, йəғни 5 һəм 6 ноябрҙə, "Яратыусы йөрəк" тип исемлəнгəн спектаклдең премьераһы үтəсəк. Ошо уңайҙан Рəфис үҙенең тəьҫораттары менəн уртаҡлашты:
«Йəш драматургтарҙың семинар-лабораторияһына бөтə республиканан башлап яҙыусы драматургтар йыйылғайны. Бер нисə генə көн булһа ла, был беҙҙең өсөн драматургия иленə ҙур сəйəхəт булды. Һəммəбеҙ ҙə тырышып-тырмашып яңы пьеса яҙырға тотондоҡ. Мин иһə беренсе көндəн үк ныҡ ҡыҙыҡһынып киттем. Семинарға телережиссер, яҙыусы, драматург Сəрүəр Сурина, драматург Владимир Жеребцов саҡырылған ине. Ə ойоштороусы, беҙҙе йыйыусы, уҡытыусыбыҙ – режиссер Зиннур Сөлəймəнов. Тап Зиннур ағай беҙҙең пьесабыҙҙың яҙыла башлауынан алып аҙағына тиклем ярҙам итте, кəңəштəрен бирҙе. Мин уға бик рəхмəтлемен! Шулай итеп, драма өлкəһенə килеп инеүем БР-ҙың драматургия һəм режиссура үҙəгенең семинар-лабораторияһында ҡатнашыуым булды. Пьесаны яҙыр алдынан минең унға яҡын идеям бар ине. Тап быныһы күңелгə иң яҡыны булғандыр. Идея, əлбиттə, һауанан алынманы, тормошта булған хəл. Əммə уны үҫтерер өсөн ошо темаға күп кенə əҫəрҙəр уҡырға, фильмдар ҡарарға тура килде. Идея – бер, икенсеһе инде уны ҡыҙыҡлы итеп тамашасыға еткерə белеү мөһим».