Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ноябрь 2020, 14:00

Ҡасан ҡар ятасаҡ?

Был аҙнала ла Башҡортостанда көндәр йылы тора. Синоптиктар фаразы буйынса, уртаса һауа температураһы норманан 4-6 градусҡа юғарыраҡ була.

Был аҙнала ла Башҡортостанда көндәр йылы тора. Синоптиктар фаразы буйынса, уртаса һауа температураһы норманан 4-6 градусҡа юғарыраҡ була.
«Һауа температураһы көндөҙ +5,+10 градус, ә 4 ноябрҙә республиканың көньяғында +14 градусҡа тиклем күтәрелә», — тип хәбәр иттеләр Башгидрометүҙәктән.
Ә аҙна һуңына төбәктә һауа торошо үҙгәрә башлай. Республикаға Төньяҡ Атлантиканан түбән баҫым килә. 6 ноябрҙә ямғырҙар башлана. Тәү сиратта Башҡортостандың көнбайыш райондарында яуым-төшөм көтөлә. 7 һәм 8 ноябрҙә яуым-төшөм арта. Ағастарға һәм сымдарға ҡар һырыуы көтөлә.
«Ел секундына 15-20 метр тиҙлектә иҫә башлай. Һауа температураһы көндөҙ +3, -2 градусҡа тиклем түбәнәйә», — тип өҫтәне синоптиктар.
10 ноябргә иһә Башҡортостанда ҡар ятырға тейеш.
Читайте нас: