Ураҡта юғары һөҙөмтәгә ирешкән 20 игенсе автомобиль менән бүләкләнде.
“Руссал” ЯСЙ-һы комбайнеры Фәнис Ғәйнулла улы Күсәков иң яҡшылар иҫәбендә.
Бәйге ун номинацияла уҙғарылды. Еңеүселәр иҫәбендә практика үтеүсе студенттар ҙа бар. Сара тамамланғас бүләкләнеүселәр өр-яңы “Лада Нива” автомобилендә өйҙәренә таралышты.
“Быға тиклем тотонолған машиналарҙа йөрөгәс, ятыраҡ. Ауыл ере өсөн яңыһы яҡшыраҡ, әлбиттә”.