Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2020, 11:00

Алдынғыларға – автомобиль

БР Ауыл хужалығы министрлығы “Ашлыҡ –2020” конкурсы еңеүселəрен «Лада-Нива» автомобиле менəн бүлəклəү өсөн 15 миллион һум аҡса бүлгəн.

БР Ауыл хужалығы министрлығы “Ашлыҡ –2020” конкурсы еңеүселəрен «Лада-Нива» автомобиле менəн бүлəклəү өсөн 15 миллион һум аҡса бүлгəн, тип хәбәр итә “Йәшлек” гәзите..
Ауыл хужалығы һəм эшкəртеү сəнəғəте хеҙмəткəрҙəре көнө алдынан Башҡортостан Хөкүмəте Премьер-министры Андрей Назаров автомобиль асҡыстарын хужаларына тапшырҙы. Конкурс барышында һеҙ үҙ һөнəрегеҙгə тоғро булыуығыҙҙы, үҙ эшегеҙҙең оҫтаһы икəнегеҙҙе тағы ла бер тапҡыр иҫбатланығыҙ. Һеҙ еңеүсе хоҡуғына тулыһынса эйə, йəштəргə лə өлгө, – тине Андрей Назаров. Быйыл 17 районда ғəҙəттəн тыш хəл режимы иғлан ителеүгə ҡарамаҫтан, иген йыйыу буйынса һуңғы ун йылда рекорд ҡуйылыуын да билдəлəне Премьер-министр.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас: