"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2020, 00:00

Әхирәттәр (хикәйә). Рәзилә Ырыҫҡужина

Маһира ҡарсыҡ, нимәнелер иҫенә төшөрөргә теләгәндәй, тау яғына, алыҫ тарафҡа оҙаҡ итеп ҡарап торҙо ла, ҡулындағы таяғына нығыраҡ таянып, йорт алдындағы эскәмйәгә барып ултырҙы. Хәҙер, бына бер ни тиклем ваҡыттан автобус килергә тейеш. Моғайын, Мансуры ошоһонан да ҡалмаҫ.

Маһира ҡарсыҡ, нимәнелер иҫенә төшөрөргә теләгәндәй, тау яғына, алыҫ тарафҡа оҙаҡ итеп ҡарап торҙо ла, ҡулындағы таяғына нығыраҡ таянып, йорт алдындағы эскәмйәгә барып ултырҙы. Хәҙер, бына бер ни тиклем ваҡыттан автобус килергә тейеш. Моғайын, Мансуры ошоһонан да ҡалмаҫ.
Әсә кеше өмөтлө күҙҙәрен ауыл осондағы туҡталыш яғына төбәне. Шул саҡ күрше йорттан Йомабикә әбейҙең сығып килгәне күренде:
– Күршекәйем, хәл керҙеме? Һине күреүемә шатмын! Төш мәлендә генә, китеп барһам әгәр, тип һөйләнеп ятҡан кеше, ҡайһылай шәбәйгәнһең, эй, афари-и-ин!
– Үҙе лә таяҡҡа таянып, өйрәк кеүек ялп-йолп атлап, әхирәте янына килеп ултырҙы. Маһира ҡарсыҡтың яулығы ситенән күренеп торған сәстәрен һыйпап эскәрәк тыҡты, арҡайынан һыйпаны.
– Йә, көтәһеңме әле?
– Әллә инде... Ни уйларға ла белмәйем. "Тиҙҙән ҡайтып етермен, әсәй, көт!" – тип яҙған хаты өс ай элек килгәйне бит. Улай онотолоп йөрөмәй торғайны...
– Маһира әбей яулығы осон күҙҙәре тәңгәленә еткерҙе.
– Әллә бер-бер хәл булдымы, белмәҫһең...
– Юҡтыр. Ул хәтле борсолма тағы. Ҡан баҫымың рәтен беләһең бит. Бөгөн ял көнө, духтыр үҙенә ҡайтып китте. Яңғыҙым ҡалайтырмын? Үкел һалырға ҡул ҡалтырай, күҙ ҙә насарайҙы...
– Ҡарт көнөмдә терәк булыр, тип кенә яратып үҫтергән балам, ғәйеп булды ла ҡуйҙысы...
Йомабикә әбей әхирәтенә тағы йәлләп баҡты. Көн дә, ана әйтәм, бына әйтәм, тип талпынғанын сығара алмауына эсе бошонҡораны ла, тынып ҡалды. Ике көндән килеп етергә тейештәр, шуға тиклем берәй нәмәһен уйлар әле, йә йүне лә үҙе сығыр. Маһираның бындай уҡ ауыр хәбәрҙе күтәрмәҫен белә шул. Шуға ла ауыҙын аса ла, артыҡ булыр тип, кире ябып ҡуя. Мансурҙың батырҙарса һәләк булыуы хаҡындағы телеграмма килгән көндән алып, бына шулай, күршеһе ялҡын өҫтөндә. Йоҡлар йоҡолары ҡасты, ауыҙына ла тәғәм ризыҡ ҡаба алмай. Ә Маһираһы һуң, һиҙенгән кеүек, шул көндән аяҡтан йығылды. Бер туҡтауһыҙ ҡан баҫымы һикерә, йөрәге тынғылыҡ тапмай. Көндәр буйы шулай ыҙалана ла, эңерҙә, бар көсөн йыйып, ҡапҡа алдына сыҡҡан була. Бына-бына балаҡайы, Мансуры ҡайтырына ышанысын өҙмәй.
* * *
...– Ҡуян тәңкә тапҡан, ти. Шатлығынан, уны ҡайҙа ҡуйырға белмәй икән, шул һин түгелме, әхирәт?
Шатланам шул!.. Ҡырҡтан уҙғас, Хоҙай үҙе ебәрҙе бит һорағанымды. Миңә унан башҡа бер кем кәрәкмәй! Һәтес-тә, иәтес тә! Бәләкәй генә бәпес тә...
– Йомабикә үҙе законлы ир менән йәшәгәс, әхирәтенең шатлығын аңламағаныраҡ булып, уны ситтән күҙәтте.
– Баланың елдән тыумағанын беләм, әхирәт, атайы кем? Әйт тә ҡуйсы... Ләм-мим! Икмәк өҫтө тип әйтәм!
– Бер яҡшы ғына кеше ул. Әммә ул мөһим түгел. Минең тормошомдоң мәғәнәһе хәҙер бына ошо йәнем киҫәге, Мансурым! Минең йөрәгем уныҡы менән бергә тибә, ишетәһеңме? Ә мин ишетеү генә түгел, алыҫлыҡта ла тоям. Ҡара әле, әхирәт, әсәй булыуҙың ологүрә бәхет икәнлеген нишләп әйтмәгәнһеңдер ул?
Йомабикә әхирәтенә көнләшеберәк ҡарап ҡуйҙы. Бәхетме, түгелме икәнлеген аңламай, бер-бер артлы биш бала тапты, әммә ул тиклем үк йөҙҙәре ҡояшҡа тиңләшеп үҙен әллә кемдәй тоймағайны шикелле... Тойған булһа ла, был тиклем үк булмағандыр... Шунан ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас сәмләнеү менән:
– Таныҡлыҡ алғанда һуң, атайын кем тип яҙҙырырға уйлайһың, эй, иҫәр? – тип һорарға тартынманы. Маһира балаһын һикертеүҙән туҡтап, бер аҙ уйға сумды:
– Әлләсе...
– Әйҙә, ҡыҙыҡ итәбеҙ: минең ирҙең исемен яҙҙырабыҙ! Ә ниңә? Яҡшы кеше. Үҙебеҙҙең кеше. Ул, моғайын, ризалашыр...
– Ыста. Йомабикә, һин әллә алйот... Ул бит һинең балаларыңдың атайы. Әҙәм ни тиер?
– Кешемен тигән кешенең, кешелә булмай эше!
– Китсе... Ул үҙе ризалашмаҫ. Ә һин?
– Мин һиңә иремде бирергә йыйынмайым да. Бары Мансурың Шәфҡәтович ҡына булһын, тиеүем. Әтеү, үҫеп, берәй ҙур кеше булып киткәс, уға кемович тип өндәшерҙәр?! Ҡыйынға тура киләсәк балаға...
Шәфҡәт бер һүҙһеҙ ризалашты. Ғөмүмән, ул бер ваҡытта ла "юҡ" тип әйтмәй ҙә шикелле. Ә был осраҡ уның өсөн үтә лә мөһим ине...
Шәфҡәт, күршелә генә йәшәгәс, ваҡыты-ваҡыты менән Маһираларға кереп, Мансурҙы яратып йөрөүҙән тартынманы. Йомабикә лә, йәш баланы танһыҡ итте. Мансур ҙа, үҫә килә уларҙан сығышманы. Шәфҡәтте атай тип белде, күрше балалары уның өсөн апай, ағай булды. Ауыл халҡы ла, тәүҙәрәк шаулашып алды ла, өйрәнделәр шикелле, артыҡ иғтибар бүлмәй башланы.
Мансур мәктәпкә уҡырға төшкәс, уҡытыусыһы ғына ата-әсәләр йыйылышында бер аҙ төрттөрөп маташты:
– Малай бигерәк шуҡ, бүтәндәрҙе атайы менән бөжләтә, бахырҡай...
Әммә Маһираға ундай һүҙ уйындары төртөлмәне. Эскерһеҙ йылмайыу хасил итә лә, өндәшмәй ҙә ҡуя. Өйҙә улына ла шулайыраҡ булды: малай эш боҙа ҡалһа, атайың ни тиер икән, тип тура ҡараш ташлай ҙа, һүҙҙе оҙонға һуҙып, аҡыл өйрәтеп баланың маҙаһына теймәй. Аҡылы булған бала тиҙ аңлаусан бит.
Шулай йылдар үтте. Мансур унынсыны тик "бишле" билдәләренә генә тамамланы. Ләкин әсәһенә үтә бәйләнгән бала ҡалаға китергә, уҡырға инергә йыйынманы.
Шунан уны әрме сафына саҡырттылар. Маһира улын ебәрмәйем, тип ул-был инстанцияларға йөрөп ҡараны, әммә уңышһыҙ булды. Йомшаҡ бер ҡәнәфиҙә башын юғары күтәреп, зыр әйләнеп ултырған ир әйтмешләй, хужа балаһы булһа - бер хәл! Атайлымы - эйе. Ә бит хәҙер күптәр был бәхеттән мәхрүм. Егет йәтимлектә үҫмәгән. Тормоштоң әсерәк тоҙо файҙаға ғына буласаҡ!
Шәфҡәт Мансурҙың ҡулдарын ныҡ ҡыҫып, үҙ балаһылай оҙатты. Поезд ҡуҙғалып киткәс, күҙ йәштәрен йәшермәй илап та алды. Хәйер, ир күңеле һиҙгер була тиҙәр бит, бәлки, Мансурҙың ҡайтҡанын күрә алмаясағын һиҙенгәндер. Оҙаҡ йәшәмәне, ярты йылдан һуң гүр эйәһе булып ҡуйҙы, бахырҡай. Ә Мансур, хәрби хеҙмәтен Мәскәү ҡалаһында башлап, Кавказ яҡтарында дауам итте. Әсәһен шатландырып, аҙна һайын хаттары килеп тора. Ул йөрөгән ерҙәрҙә тормоштоң тыныс түгеллеген телевизор аша ҡарап белеп тора Маһира, шуға улы өсөн борсола. Сөнки ғүмерендәге берҙән-бер шатлығы, өмөтө шул йән киҫәккәйе, Мансуры шул.
Аталары донъя ҡуйғас, һәр кеме үҙ тормошо менән йәшәгән балалары әсәләрен яндарына алырға өгөтләне, ләкин Йомабикә тыуған нигеҙен, Маһира әхирәтен ташлап китә алманы. "Хәл барҙа балаларға йөк булып йәшәгәнсе, күршекәйем менән бер-беребеҙгә терәк булышырбыҙ", - тине. Һәм шулай татыулыҡта йәшәйҙәр ҙә. Бер-береһен күҙ ҡарашынан, тын алышынан аңлайҙар. Һуңғы арала ғына Йомабикә Маһира алдында ике йөҙлөләнеп, үҙе теләмәһә лә татлы телләнеп тә ҡуя. Уныһы ла хәйләкәр уй менән түгел, әхирәтенең ғүмерен оҙайтыу ниәтенән ...
* * *
Әсә йөрәге тигән төшөнсәне әҙәм балаһы буш-юҡтан уйлап сығармағандыр. Маиһира бөгөнгө төндө керпек тә ҡаҡмай үткәрҙе. Яуаплы сараға әҙерләнгәндәй, ултырып ял итә-итә, өйөн йыйыштырҙы, туҙанды һөрттө. Стенала эленгән улының фотоһүрәтенә күҙҙәре төшкән һайын, йөрәге һулҡылдап ауыртып ала ла китә. Шуға ваҡытлыса ғына тип фотоны ҡаплап ҡуйҙы. Әммә баяғы йөрәк тигәнең тынысланмай, ҡанһырап һыҙлай, үкһегән дә кеүек. Һандығын йыйыштырғанда, шулай тейеш һымаҡ булғас, үлемлеген, хәйерлектәрен һандыҡтың иң өҫтөнә сығарып һалды. Ни ғәләмәттәндер, улар барыһы ла ике пар ине...
Таң атыуға, Маһира, тамам хәлдән тайып, үҙ йомоштарын йомошлап, йыуынып, ап-аҡ эскейемдәре, аҡ күлдәк кейеп, салт аҡ яулығын ябынып ситке өйҙәге урындыҡҡа барып ятты. Ишек келәһен асыҡ ҡалдырҙы. Сөнки белә, таң ҡыҙарып ата башлау менән Йомабикә йүгереп килеп етәсәк. Маһира бөгөн әхирәтенә оло серен асмаҡсы. Тик бына йөрәге, ниңәлер тынғы бирмәй. Йомабикә йәһәтерәк килеп етһә генә ярар ине...
Ҡояштың тәүге нурҙары тәҙрә сиртеү менән, Йомабикәнең инеп килгәне ишетелде.
– Әллә таң алдынан иҙән йыуып сыҡҡан минең әхирәт? Көсөңдө ҡайҙа итергә белмәйһеңме? Әйтһәң, ана, ял көнөндә ҡыҙҙар барыбер ҡайта, көтөргә ваҡытың юҡ инеме?..
– Йомабикә өй ишеген асты ла, тертләп китте. Баяғы "ваҡытың юҡ инеме?" тигән һорауын уйламайса биргәненә телен тешләрҙәй булды. Ғүмерҙә был урындыҡта ятмаған Маһира, ап-аҡ кейемдә тәнен ҡыбырлатмай ятасы!
– Йә, Хоҙай! Маһира!!!
– Яҡыныраҡ кил, әхирәт. Һиңә генә асыр серем бар...
Маһира ҡарсыҡтың тауышынан Йомабикәнең күҙҙәрен йәш томаланы. Ул әхирәте янына килеп сүгәләне:
– Духтыр саҡыртайыммы? Ҡайһы ерең ауырта, ҡәҙерлем? Тағы йөрәкме?
Ул эйелеп, күҙ йәштәрен йәшереп кенә һөрттө. Шул арала ҡараштары төпкө яҡта стенала эленеп торған Мансурҙың фотоһына төштө. Фото ҡара яулыҡ менән ҡапланғайны.
– Мансурмы? Мине ғәфү итерһеңме икән?
– Юҡты һөйләнмә. Минең бер генә әйтер һүҙем бар, Йомабикәм. Рәхмәт һиңә. Мең рәхмәт. Минең яңғыҙымды ҡалдырмауыңа, улымды үҙеңдекеләй күреп ҡабул итеүеңә. Имен ҡайтһа, уны ситкә типмә, йәме!
– Аи-аи...һуң... Мансур...
– Мине бүлдермә. Әйтеп кенә өлгөрәм... Мансур - ул ысынлап та Шәфҡәттең улы. Беҙҙең арала ғишыҡ-мишыҡ булманы. Яңғыҙ көнөмдә терәк, йыуаныс кәрәк тип кенә, Шәфҡәттән һорап алдым мин уны... ғәфү ит... бәхил...
Маһира ҡарсыҡ әйтеп бөтөрә алманы, туҡтап ҡалды...
– Эй-й-й, ғүмеркәйҙәр... Баяғы йөрәк тигәнеңдең, бигерәк һиҙгере үҙеңдә булды шул... Улыҡайың ҡайғыһын белгертмәйем тиһәм дә, һаҡлай алманым үҙеңде, ғәфү итә күр...
Йомабикә әбей тауышын ярты сығарып ҡына сеңләп иланы...
Төштән һуң ауылға ҙур хәрби машинала бер нисә һалдат цинк табут килтерҙе... Бөтә мәшәҡәттәрҙән һуң, эңер төшөп, күктә тулы ай ҡалҡҡас, Йомабикә әбей ғүмер буйы күрше йәшәгән әхирәте йортоноң ишеген бикләп:
– Мин барыһын да һиҙгәйнем шул... Тик һинең күңелеңде, йөрәгеңде уйлап ҡына әйтә алмай йәшәнем. Бер үпкәм дә юҡ. Йәндәрегеҙ йәннәтә осрашһын, – тип шыбырлап, күҙ йәштәрен һөрттө.
Читайте нас: