тик пандемия булыу сәбәпле сара үткәрелмәй, шулай ҙа “үлгәндәрҙең ҡәберен бел” тип бикҡужалар ата-бабалары ятҡан ҡәберлекте кәртәләп тәртипкә килтергән. Шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан һуғыш яландарында ятып ҡалған һәм яуҙан иҫән ҡайтып та бөгөнгө көндә мәрхүм булған ауылдаштары иҫтәлегенә матур итеп обелиск эшләп ҡуйғандар. Төҙөк, күркәм йорттар етерлек, тик шулар араһында ташландыҡтарының йылдан-йыл күбәйеүе күңелде ҡыра. Йәшәлгән йорттарға ҡарағанға йәшәлмәгәндәре күберәк һәм уларҙың хужалары булып та, пропискала тороп та, ихаталарын ҡый үләндәре баҫыуы, ауыл өсөн ҡурҡыныс менән янай. Бындай ташландыҡ йорттар бер Бикҡужа ауылында ғынамы? Һеҙҙең ауылда хужалары булып та ҡаралмаған, йәки бөтөнләй хужаһыҙ йорттар бармы? Ҡаралмаған, сүп үләндәренә күмелеп, кәртәләүҙәре емерелеп бөткән, ҡыйығындығы шифрҙары ҡойолоп, тәҙрәләре ватылған йорттар һеҙҙең күңелегеҙҙә ниндәй тәьҫораттар ҡалдыра? Ташландыҡ йорт-ҡураларҙы күргәс, һеҙҙә ниндәй уй-фекрҙәр тыуа? Бәлки, әйтер һүҙең барҙыр?