Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ноябрь 2020, 13:00

Эшҡыуарҙарға ниндәй ярҙам күрһәтелә?

Был хаҡта уларҙың күптәре хатта белмәй ҙә икән...

Бөгөн “Республика Башкортостан” гәзите онлайн режимда республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова менән матбуғат конференцияһы ойошторҙо.
Римма Юрьевна был тармаҡ институттары, эшҡыуарҙарҙың ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү мөмкинлектәре һәм башҡалар хаҡында һөйләне. Инвестиция порталы, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты, “Минең эшҡыуарлыҡ” һәм бизнес-шерифтарға ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү мөмкинлектәре тураһында ла әйтелде. “Коворкинг, индустриаль парктар яҡшы һөҙөмтәгә эйә. Улар, финанс инструменттар менән бер рәттән, күп ресурстарға юл аса. Тик күп кенә эшҡыуарҙар бына ошондай һәр кем ҡуллана алырлыҡ мөмкинлектәр хаҡында белмәй”, – тип белдерҙе Римма Юрьевна.
Уның әйтеүенсә, бер эшҡыуар хатта уларға дәүләт ярҙамы – ташламалы программалар барлығын да белмәгән. “Бөгөн ул миңә шылтыратты, рәхмәт әйтте. Ә мин белмәгәнмен: барыһы ла эшләй икән”, – тине. Күп һөйләйбеҙ, яҙабыҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бына шулай бар мөмкинлектәр хаҡында ла белмәйҙәр икән”, – тине комитет рәйесе. Хатта микрозаймдар булған ассоциация хаҡында ла күптәр хәбәрҙар түгел икән. Был – ғәҙәти банк структураһы. Уға 800 миллион һум аҡса һалынған һәм ул бәләкәй, урта эшҡыуарҙарға 4,25 ставкалы кредит бирә, тиелде сарала. “Бындай ставка буйынса кредитты ғәҙәти банкта алып булмай. Унда улар күпкә юғаоы – 8-10 процент”, – тип белдерҙе Римма Бойцова.
Әле, короновирус эпидемияһы сәбәпле, йәшәйешебеҙҙең һәр тармағы ниндәй ҙә булһа кимәлдә зыян күрә. Был хәл эшҡыуарлыҡ тармағына ла ҡағылмай ҡалманы. Әммә тап ошо осорҙа эшҡыуарҙар 8 (347) 224-99-99 һандары буйынса “Минең эшҡыуарлыҡ” үҙәгенең “ҡыҙыу телефоны”на шылтырата ала, тип билдәләнде онлайн конференцияла.
Бынан тыш, һәр муниципалитетта бизнес-шерифтар бар. Уларҙың мобиль телефон һандары һәр район-ҡала хакимиәте сайтында күрһәтелгән. Ошо һандар буйынса үҙегеҙҙе борсоған һорауҙар менән шылтыратығыҙ. “Бөгөн һынау өсөн 20 бизнес-шерифҡа шылтыратып ҡараныҡ. Уларға, ысынлап та, шылтыратып һөйләшеп була. Һәр хәлдә секретарь телефонды ала, шылтыратыу хаҡында бизнес-шерифҡа әйтә һәм бәйләнеш булдырыла”, – тип белдерҙе Рима Бойцова.
Читайте нас: