Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ноябрь 2020, 14:00

15 ноябрҙән парковкалар түләүле буласаҡ

Башҡортостанда түләүле парковкалар тураһында закон 15 ноябрҙән көсөнә инә.Законға ярашлы, муниципаль ҡарамаҡта булған биләмәләрҙә машинаны 20 минуттан артыҡ ваҡытҡа ҡалдырғанда хаҡ алына. Власть органдары, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау спорт, мәғариф объекттары янында автомобилде бер сәғәткә тиклем бушлай ҡуйырға мөмкин. Төнөн һәм ял көндәрендә ҡалдырылған машиналар өсөн түләргә кәрәкмәй.

Республика парламенты депутаттары ошондай документ ҡабул итте, уға Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Законға ярашлы, муниципаль ҡарамаҡта булған биләмәләрҙә машинаны 20 минуттан артыҡ ваҡытҡа ҡалдырғанда хаҡ алына. Власть органдары, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау спорт, мәғариф объекттары янында автомобилде бер сәғәткә тиклем бушлай ҡуйырға мөмкин. Төнөн һәм ял көндәрендә ҡалдырылған машиналар өсөн түләргә кәрәкмәй.
Читайте нас: