– О-о-о, Хәбир ағай, – тип ҡул һуҙҙы. – Һинең гел малайҙар тыуа түгелме! Маладис! Ҡотлайым!
– Атыу! Рәхмәт, ҡустым, рәхмәт! – тип Хәбир, күрше ауылға тиклем түләп, автобус эсенә яйлап күҙ һалды: йәйге ҡояш автобусты – эҫе һәм туҙанлы, ә кешеләрҙе хәлһеҙ иткән. Хәбир иң артҡы урында алдына дүрт йәшлек ҡыҙын ултыртып алған күршеһе Илсиәне күреп ҡалды һәм, хәбәрен һөйләй-һөйләй, автобус аша уның эргәһенә атланы:
– О, килен, иҫәнме? Мин бына малай йыуҙыртырға һеңлемә китеп барам әле, – тип ҡулындағы пакетты хәйләкәр йылмайып һелкетте. – Ауылда атыу өсөнсө көн йыуабыҙ, барып етеп булмай ҙа ҡуя...
Илсиә уға бер генә ҡараш ташланы ла кире тәҙрәгә текәлде. Хәбир уның янына килеп ултырып алды:
– Һинсе, ҡыҙыҡайка? – тип Илсиәнең ҡыҙына ҡарап өндәште. –Өләсәйгә ҡунаҡҡа китеп бараһыңмы?
Ҡыҙыҡай әсәһенә нығыраҡ һыйынды. Илсиә өндәшмәне лә, ҡараманы ла. Шунан ғына Хәбир ике ҙур сумканы күреп ҡалды.
– Ҡайтып бараһыңмы әллә, килен? – тине, сер һорағандай, тыуышын кәметеп, Илсиәгә башын нығыраҡ яҡынайтып. Ҡыҙыҡай илай башланы. Илсиә өндәшмәне.
– Үкенмәҫһеңме, ә, килен?
Ҡыҙыҡай бөтөнләй ҡысҡырып иларға тотондо. Илсиә ҡыҙының илауына уйҙарынан уянып киткәндәй, йәне көйөп:
– Йә, нимә булды тағы?! Ниңә илайһың?! – тине. Ҡыҙыҡай йәштәре аша саҡ-саҡ:
– Атайҙың еҫе сыға, – тип әсәһенә тағы нығыраҡ һыйынып, илауын дауам итте. Илсиә Хәбиргә йәнә бер ауыр ҡарашын ташланы ла, балаһын ҡосаҡлап, кире тәҙрәгә боролдо. Хәбир ауыр көрһөндө, тамаҡ ҡырҙы һәм икенсе урынға күсеп ултырҙы...