Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ноябрь 2020, 16:00

Башҡортостанда Халыҡ-ара милли кейем тегеү оҫталары конкурсы үтә

Ул тәүге тапҡыр уҙғарыла. “Тамға” бәйгеһе еңеүсеһенә 300 мең һум аҡса тапшырыла. Ижади ярышта ҡатнашыусылар башҡорт милли кейеме, заманса кейем,…

Башҡорт мили кейемен популярлаштырыу, уны һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү маҡсатында республикала башҡорт милли кейемен тегеүсе оҫталар араһында «Тамға» халыҡ-ара конкурсы ойошторола.
Конкурстың маҡсаты — халыҡ традицияларын һаҡлау, милли кейемде пропагандалау һәм башҡорт милли кейеменә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Конкурс «Башҡорт милли кейеме» брендын булдырыу, башҡорт милли кейемен тегеү өлкәһендәге һәләтле оҫталарҙы асыҡлау һәм ярҙам күрһәтеү, халыҡта башҡорттарҙың милли кейеме традицияларын өйрәнеүгә, һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу талаптарына яуап бирә.
Ижади ярышта ҡатнашыусылар башҡорт милли кейеме, заманса кейем, балалар костюмы, милли биҙәүестәр номинацияһында көс һынаша. уларҙа 18 йәштән өлкән оҫталар, костюмдар буйынса рәссамдар, башҡорт милли кейеме дизайнерҙары ҡатнаша ала. “Тамға” бәйгеһе еңеүсеһенә 300 мең һум аҡса тапшырыласаҡ.
Читайте нас: