"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ноябрь 2020, 18:00

Мәҙәниәт үҙе һеҙгә килә!

Ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, быйыл Йылайыр, Баймаҡ, Ҡариҙел, Нуриман һәм Тәтешле райондары өсөн биш автоклуб һатып алынды.

Ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, быйыл Йылайыр, Баймаҡ, Ҡариҙел, Нуриман һәм Тәтешле райондары өсөн биш автоклуб һатып алынды.
Улар күмәк-мәҙәни һәм байрам саралары үткәреү мөмкинлеген бирҙе. Бынан тыш, автоклубтар белем биреү-ағартыу маҡсатында, мәҫәлән, акциялар, лекциялар, музей һәм китапхана күргәҙмәләре, биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләре ойоштороу, кинофильмдар күрһәтеү, спектаклдәр ҡуйыу өсөн дә файҙаланыла. Улар сәхнә, кинотеатр, китапхана итеп үҙгәртелә ала, бының өсөн тейешле ҡорамалдарҙың барыһы ла бар.
Муниципалитеттар тәү сиратта стационар мәҙәниәт йорттары булмаған ауылдарға автоклубтарҙы ебәреү графигын төҙөй. Мәғлүм булыуынса, әле улар республика биләмәләренә 71 сәфәр ҡылған, муниципаль мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре тарафынан 97 сара ойошторолған.
2021 йылда Стәрлетамаҡ, Дыуан, Асҡын, Ҡырмыҫҡалы һәм Салауат райондары автоклубтар менән тәьмин ителәсәк.
"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас: