Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2020, 20:05

Бүре кешеләргә һөжүм иткән

Белорет районы полицияһына төндә Аҙнағол ауылынан 60 йәшлек ир мөржәғәт иткән. Уның әйтеүенсә, йорт ихатаһында уға бүре ташланған.

Белорет районы полицияһына төндә Аҙнағол ауылынан 60 йәшлек ир мөржәғәт иткән. Уның әйтеүенсә, йорт ихатаһында уға бүре ташланған. Йыртҡыс уның аяғын тешләгән, әммә ир ысҡына алған һәм өйөнә бикләнгән. Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итте.
Участковый, полиция лейтенанты Азат Ғәлимов ауылға барғас, йыртҡыстан зыян күргән тағы ике кешене – ошо ауылда йәшәүсе 44 йәшлек ҡатынды һәм уның танышын осратҡан. Ҡатын кешегә ярҙам саҡыртылған. Уның бер нисә урында һөйәге һынған, күҙе йәрәхәтләнгән.
Зыян күргән ир йәшәгән урындан алыҫ булмаған ерҙә участковый бүрене эҙләп тапҡан. Йыртҡыс уға ташланырға маташҡас, табель ҡоралын ҡулланырға тура килгән.
Зыян күреүселәргә медицина ярҙамы күрһәтелә, бүренең кәүҙәһе ветеринарҙарға тапшырылған.
Читайте нас: