Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2020, 12:05

Башҡортостан ҡыҙы “Евразия королеваһы-2020” конкурсында еңеүсе булды

1-8 ноябрҙә Төркиәлә халыҡ-ара “Евразия королеваһы-2020” конкурсы үтте.

1-8 ноябрҙә Төркиәлә халыҡ-ара “Евразия королеваһы-2020” конкурсы үтте. “Башинформ” хәбәр итеүенсә, унда беҙҙең республиканан Зөһрә Мөхәрәмова ҡатнашҡан.
Зөһрәгә 23 йәш, ул Салауат районында тыуған. БДУ-ны тамамлаған. Үҙ эшен алып бара – матурлыҡ салоны асҡан һәм Малаяҙ ауылында мәктәптә эшләй. Ул быға тиклем “Башҡортостан гүзәле-2019”, “вице-мисс Рәсәй студентлығы-2017” конкурстарында еңеүсе булған.
Читайте нас: