Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2020, 18:05

Республикала авариялар һаны кәмегән

Башҡортостан юлдарҙағы авариялар һаны рейтингы буйынса 22-се урында.

Башҡортостан юлдарҙағы авариялар һаны рейтингы буйынса 22-се урында. Рейтингта Чечен Республикаһы беренсе урында тора. 2020 йылдың ғинуарынан сентябренә тиклем унда кешеләр зыян күргән юл-транспорт ваҡиғалары былтырғы менән сағыштырғанда 6,2 процентҡа кәмегән. Беҙҙең республика ла зыян күреүселәр булған авариялар һаны кәмегән төбәктәр иҫәбендә. Быйыл туғыҙ айҙа Башҡортостандың 100 мең кешеһенә тура килгән ДТП-лар һаны 166 тәшкил иткән, был үткән йылдағынан 4,6 процентҡа кәм.
Читайте нас: