"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2020, 14:05

Өҫтәлмә сикләү саралары индерелә

Башҡортостанда индерелгән сикләү саралары коронавирус инфекцияһына бәйле хәл-торошто яҡшыртыуға булышлыҡ итергә тейеш.

Башҡортостанда индерелгән сикләү саралары коронавирус инфекцияһына бәйле хәл-торошто яҡшыртыуға булышлыҡ итергә тейеш. Киләһе ике аҙнала ыңғай тенденция башланыуы мөмкин, әммә ҡабул ителгән барлыҡ ҡарарҙар йоғонтоло эшләгән осраҡта ғына, тип билдәләне бөгөн оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров.
Кәңәшмәлә республика етәксеһе түбәндәге сикләү саралары индерехлеүе тураһында хәбәр итте.
10 ноябрҙән республиканың 65 йәштән өлкән кешеләренә, шулай уҡ хроник ауырыуҙары булған кешеләргә мотлаҡ үҙизоляция режимы индерелә. Уларға сәғәт көндөҙгө 11-ҙән 13.00-гә тиклем генә урамға сығырға рөхсәт ителә.
9 ноябрҙән 6-10-сы кластар уҡыусылары дистанцион уҡыуға күсә. 1-5-се, 11-се кластар һәм аҙ комплектлы мәктәптәр уҡыусылары ғына мәктәпкә барып уҡый. Түңәрәктәр һәм секциялар онлайн-режимда эшләй. Бындай режим 22 ноябргә тиклем буласаҡ.
Бәлиғ булмағандар өсөн сикләүҙәр индерелә. 18 йәшкә тиклемге балаларға ата-әсә йәки опекундар оҙатыуынан тыш сауҙа үҙәктәренә барарға ярамай.
Шулай уҡ төбәктә йәмәғәт урындарында мотлаҡ битлек режимы дауам итә, предприятиеларҙа ковидҡа ҡаршы инспекторҙар эшләй. Халыҡты гриптан һәм пневмококк инфекцияһынан вакцинациялау бара.
Читайте нас: