Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ноябрь 2020, 13:00

Башҡортостан - Рәсәйҙә беренсе!

Киң мәғлүмәт сараларында «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» милли проектын яҡтыртыу буйынса октябрь рейтингында Башҡортостан беренсе баҫҡысты биләй. Беҙҙең дөйөм иҫәптә 120 балл. Беҙҙең республиканан ҡала, 102 балл менән Калуга өлкәһе - икенсе, Ростов өлкәһе (92 балл) өсөнсө урында. Әйткәндәй, Башҡортостан был милли проектты яҡтыртыу буйынса ғына яҡшылар иҫәбендә түгел, «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» проектын тормошҡа ашырыу буйынса тәүге бишәү араһында. Топ-5-кә шулай уҡ Белогородск, Свердловск, Липецк өлкәләре һәм Удмуртия ингән.«Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан 2018 йылда раҫланған һәм 2024 йылға тиклем хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл да 5 процентҡа арттырыуға шарттар булдырыуға йүнәлтелгән.

Киң мәғлүмәт сараларында «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» милли проектын яҡтыртыу буйынса октябрь рейтингында Башҡортостан беренсе баҫҡысты биләй. Беҙҙең дөйөм иҫәптә 120 балл. Беҙҙең республиканан ҡала, 102 балл менән Калуга өлкәһе - икенсе, Ростов өлкәһе (92 балл) өсөнсө урында.
Әйткәндәй, Башҡортостан был милли проектты яҡтыртыу буйынса ғына яҡшылар иҫәбендә түгел, «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» проектын тормошҡа ашырыу буйынса тәүге бишәү араһында. Топ-5-кә шулай уҡ Белогородск, Свердловск, Липецк өлкәләре һәм Удмуртия ингән.
«Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан 2018 йылда раҫланған һәм 2024 йылға тиклем хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл да 5 процентҡа арттырыуға шарттар булдырыуға йүнәлтелгән.
Читайте нас: