Республика етәкселеге инде бер нисә йыл дауамында алданған өлөшсөләр мәсьәләһе менән шөғөлләнә. Боҙ урынынан ҡуҙғалды. Был йәһәттән ыңғай күренештәр бар, мәҫәлән, республика хөкүмәте
ДОМ.РФ дәүләт корпорацияһы ярҙамында "Миловка паркы"ндағы төҙөлөштө тергеҙҙе. Һөҙөмтәлә мең ярым ғаилә киләһе бер-ике йылда фатирлы буласаҡ.