200 г маргарин
200 мл кефир йәки ҡаймаҡ
½ с.ҡ. сода
1 йомортҡа
он
Эслек:
200 г сей ит
3-4 картуф
4-5 һуған
тоҙ, борос
Маргаринды ҡырғыстан үткәрергә һәм валсыҡтар барлыҡҡа килгәнсе он менән ыуырға. Кефир йәки ҡаймаҡ, сәй содаһы һәм йомортҡа һалырға. Барыһын бергә яҡшылап болғатырға, ҡамыр ҡаты булырға тейеш. Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлергә. Бер өлөшөн йәйеп, майланған табаға һалырға.
Эслек өсөн итте йоҡа итеп, картуфты шаҡмаҡлап, һуғанды ваҡ итеп турарға. Йәймә өҫтөнә эслекте ҡатламлап һалырға: картуф, һуған, ит. Бәлеште икенсе йәймә менән ҡаплап, ҡырҙарын бөгөргә. Духовкала 1,5 сәғәт тирәһе бешерергә.