+27 °С
Болотло
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
ЯҘМЫШ ҠУШЫУЫ
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2020, 11:45
#ПУТИН Ҡаҙағстан Президенты менән һөйләште
Kremlin.ru сайты хәбәр итеүенсә,Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Жомарт Токаев менән телефондан аралашты.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Жомарт Токаев менән телефондан аралашты. Был хаҡта Kremlin.ru сайты хәбәр итә.
Был һөйләшеүҙә Шанхай ойошмаһы хеҙмәттәшлеге ағзалары – Дәүләт башлыҡтары советы ултырышы йомғаҡтарына юғары баһа бирелде. Ул күптән түгел Рәсәй Президенты етәкселегендә үткәйне. Бындағы бәхәстәрҙең һәм ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың йөкмәткеле булыуы иҫкә алынды.
Ҡаҙағстан Президенты Таулы Ҡарабах конфликты зонаһында һуғыш хәрәкәттәрен һәм утты туҡтатыу буйынса Рәсәй тарафынан күрелгән сараларҙың эффектив булыуын билдәләне. Ике ил башлығы коронавирус пандемияһына ҡаршы көрәш буйынса көнүҙәк мәсьәләләр, шул иҫәптән Ҡаҙағстан биләмәһендә бергәләп вакцина етештереүҙе ойоштороу буйынса ла фекер алыштылар.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Йәнтөйәккә файҙалы эштәр йылы/Атайсал
15 Апрель , 19:15
Ейәнсура районындағы өс объект төҙөкләндереү буйынса тауыш биреүҙә ҡатнаша